11.03.2019
Тауҙан шыуып башын ярған
Кисә Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында бер бала бәләгә юлыҡҡан.
7-се класс уҡыусыһы тауҙан шыуғанда ситкә китеп, башы менән электр бағанаһына бәрелгән.
Малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Уның баш һөйәге сатнаған, мейеһе зыян күргән, башы-ҡулы һыҙырылған.