11.03.2019 Республикала ҡайһы поликлиника иң насары?
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың йомғаҡтары буйынса поликлиникаларҙың эше баһаланды.
Ололар өсөн медицина учреждениелары 9 күрһәткес буйынса тикшерелгән: диагноз буйынса яңылышлыҡтар, “Тиҙ ярҙам”ды саҡырыу, диспансеризациялау, төрлө ауырыу менән яфаланыусыларҙың хәле киҫкенләшеүе, табиптарға яҙылыу һәм башҡа.
Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Кушнаренко, Мәсәғүт, Раевка, Стәрлебаш һәм Толбазы поликлиникалары иң яҡшылары тип табылған.
Ә бына Үрге Йәркәй, Балаҡатай, Өфөнөң 8-се, 10-сы һәм 12-се ҡала дауаханалары, Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһы, Өфөнөң 2-се, 38-се һәм 50-се поликлиникалары эшмәкәрлеге — иң артта ҡалғандарҙан.
Балалар поликлиникалары ла баһаланған. Иң яҡшылары — Асҡын, Архангель, Благовещен, Бүздәк, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Мәсәғүт, Мишкә, Стәрлебаш һәм Толбазы.
Иң насарҙар иҫәбендә — Асҡар, Баҡалы, Балаҡатай, Иглин, Красноусол, Мәләүез, Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы һәм 4-се, 5-се балалар поликлиникалары.