11.03.2019 Әлеге лә баяғы шул яҡҡа...
Ташҡын яҡынлаша. Әлбиттә, уға әҙерлек бара. Йыл һайын ҡайҙалыр һыу баҫа. Бөгөндән алып, яҙғы “ҙур һыу”, моғайын да, төрлө йыйылышта төп темаға әүерелер. Шунһыҙ булмай ҙа. Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостандың Гидрометеорология һәм мөхитте мониторингылау буйынса идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә, атап әйткәндә, Сибай йылғалары (бассейны) тирәһендә ташҡын ярайһы ғына көслө буласаҡ. Шулай ҙа фараздар ошо көндәргә иҫәпләнгән, хәл-тороштоң теләһә ҡайһы ваҡытта үҙгәреүе ихтимал. Дим, Урал, Ағиҙел йылғалары бассейндары тулы һыулы. Быға иғтибар итеү мөһим.
Боҙ тығылыу хәүефе булған урындар ҙа яҡынса билдәле. Улар һигеҙ ауыл янында: Архангел районының Аҙау ауылы, Белоретта – Асы, Түбәнге Әүжән, Уҫманғәле, Бөрйәндә – Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип, Саҡмағошта – Яңы Йомран, Ҡариҙелдә – Үрге Һөйән.
Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы һәм районына, Стәрлетамаҡҡа ташҡынға уғата иғтибар бирергә ҡушты. Ташҡын барышын һауанан да махсус күҙәтеүсе осҡостар буласаҡ.