11.03.2019 “Роскомснаббанк”тың ябылыуы “алданған өлөшсөләр” артыуына сәбәпсе булмаясаҡ
Ишетмәй ҡалмағанһығыҙҙыр: уҙған аҙнала ҙур бер банк лицензияһыҙ ҡалды. РФ Милли банкы “Роскомснаббанк”тың эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар сығарҙы. Банк беҙҙә “Башкомснаббанк” булараҡ эшләне. Активтар буйынса тәүге урындарҙа тора ине.
Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР Милли банкы рәйесе Марат Кашапов белдереүенсә, банк аҡса тупланмаларын (вклад) страховкалау системаһы ҡатнашыусыһы булараҡ, закон буйынса 1,4 миллион һумға тиклемге аҡсаны иң тәүҙә физик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡайтарырға тейеш.
Был финанс ойошмаһы физик шәхестәргә – 18 милиард, шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға дүрт миллиард һум бирергә тейеш. 14 мартҡа банк-агенттар билдәләнә. Түләүҙәр улар аша башҡарыласаҡ.
“Роскомснаббанк” менән Беренсе трест хеҙмәттәшлек иткән. Дүрт ҙур объект төҙөлә. Улар – “Өфө Кремле”, ”Биосфера”, ”Успенский”, ”Искра” торлаҡ комплекстары. Дөйөм сумма 11 миллиард һум самаһы булырға тейеш ине. Әле төҙөлөп бөтмәгән объекттар буйынса байтаҡ сумма талап ителә. Шулай ҙа хәүефләнергә урын юҡ. Йәғни, етәкселек әйтеүенсә, “алданған өлөшсөләр” барлыҡҡа килмәйәсәк.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров та, был юҫыҡта проблема булырға тейеш түгел, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты барыһын да контролдә тотасағына ышандырҙы.