11.03.2019 Янғынды хәбәр итеүсе ҡорамал арҡаһында дүрт ғүмер ҡотҡарылған
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр ителеүенсә, үткән аҙнала республикала 98 янғын сыҡҡан. Уларҙа алты кеше һәләк булған, дүртәүһе йәрәхәттәр алған, ә 19 кешене ҡотҡарғандар.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, Шаран районының Супай ауылындағы бер өйҙә янғын сыҡҡанда дүрт бала булған. Янғын хәүефен белдереп ҡысҡырған ҡорамал тауышын ишетеп, балаларҙың иң өлкәне, 15 йәшлек ҡыҙ бәләкәй туғандарын (1, 2 һәм 5 йәшлек) тәҙрәнән тышҡа алып сыға алған. Үҫмергә был ҡыйыулығы өсөн дәүләт комитетының ведомство наградаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырыласаҡ. Янғынды белдереүсе ҡорамал республика бюджеты иҫәбенә алынған.
Әйткәндәй, әлеге ҡорамалдарҙы алып ҡуйыу буйынса власта тағы етди һөйләшеү буласаҡ. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитеттар етәкселәренә мәсьәләгә яуаплы ҡарарға кәрәклекте әйтте. Ҡорамалдың файҙаһы үрҙәге хәбәрҙә асыҡ күренде – ул дүрт баланың ғүмерен ҡотҡарырға булышлыҡ итте.