RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

06.03.2019 Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Хәйбулла үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары өсөн «Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар» исемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараның маҡсаты уҡыусыларҙа тәбиғи гүзәллеккә, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо уятыу, күңел байлығын, зауығын үҫтереү, эшкә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Оҫталыҡ дәресенә ҡул эштәренә маһир, үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлөн табыусы Юлиә Юлдаш ҡыҙы Зәйнәғәбдинова саҡырылды. Уның шөғөлө бик үҙенсәлекле – өй шарттарында һабын ҡайнатыу менән мауыға. Өйҙә һабын әҙерләү – үтә мауыҡтырғыс һәм ижади процесс, тип иҫәпләй ул.

«Һабынды ике төрлө ысул менән яһарға – майҙарҙы һелте ярҙамында йыуып, барыһын да тик үҙеңә яһап алырға мөмкин йәки әҙер сеймалды – һабын нигеҙен (мыльная основа) һатып алырға була. Уны һатҡан махсус магазиндар бар, килограмлап һатыла. Үҙемә күпме кәрәк, мәҫәлән, 100 грамм ҡырҡып алам һәм иретәм – бының өсөн һабынлы һауытты микротулҡынлы мейестә йәки парҙа тоторға кәрәк, ҡайнатырға ярамай. Унан нигеҙ итеп һайланған майҙы ҡушаһың, быға виноград төшө, зәйтүн, сәй ағасы һәм башҡа майҙарҙың береһен һайлайым. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер файҙа килтерә – тәнде йомшарта, йәшәртә, кислородҡа байыта, ҡан әйләнешен яҡ¬шырта. Артабан эфир майы тамыҙам – бында ла рәхәтләнеп һайланырға була – абрикос, ваниль, роза, әфлисун – ниндәй еҫ теләйһең, шуны ҡушаһың, ассортимент бик бай. Төҫө менән дә шулай уҡ, бының өсөн инде аш-һыу өсөн тәғәйенләнгән буяуҙарҙы һатып алырға кәрәк. Диңгеҙ тоҙо, һоло киҫәксәләре, кофе орлоғо ҡушылһа, скраб, пилинг булып тора. Шыйыҡ көйөнсә теләгән формаға ҡойоп, ҡатырырға ултыртам. Бер самаһы ваҡыт торғандан һуң эксклюзив һабын әҙер. Үҙ ҡулың менән яһаған продукт гипоаллерген, химик матдәләрһеҙ, уны ҡурҡмай ҡулланырға була, бер ниндәй ҙә аллергия тыуҙырмаясаҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы. Дарыу үләндәрен ҡушып яһарға мөмкин,"
- тип һөйләп, иҫ китмәле матур һабын ҡайнатып та күрһәтте. Һабын ҡайнатыуҙың һис тә ауырлығы юҡ икәненә төшөнгәс, ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған төрлө формалар, еҫтәр, төҫтәр һайлап, дәртләнеп ижади эшкә тотондо.

Хуш еҫле йәйғор төҫөндәге һабындар кәйефте күтәрә, иң мөһиме, бар күңелде биреп, оло ихласлыҡ менән башҡарырға кәрәк. Оҫталыҡ дәресенән бөтәһе лә әйтеп аңлатҡыһыҙ рухи ҡәнәғәтләнеү алды.




Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне