06.03.2019 Һаумы, сеньор, amico булайыҡ!
Яҡын киләсәктә итальяндар менән байтаҡ ҡына уртаҡ эшебеҙ булыуы ихтимал. Беҙ – уларға, улар беҙгә килеп, арыу ғына аралашырбыҙ, бер-беребеҙгә ерҙәребеҙҙе күрһәтербеҙ. Ошо көҙҙө үк республиканың бер төркөм етәксеһе, бизнесмендары, бәлки, артистарылыр ҙа, Италияның берәй ҡалаһына барып, Башҡортостан менән ентекле таныштырып та ҡайтыр.
Республика йортонда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Италия вәкилдәрен ҡабул итте. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙәге Италия сәнәғәтселәре ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документҡа Радий Хәбиров һәм “Confindustria Russia”ның президенты Эрнесто Ферленги ҡул ҡуйҙы.
Ассоциация 98 Италия компанияһын берләштерә. Ферленги әфәнде Рәсәй менән Италия араһы һәр ваҡыт йылы булыуын, тик һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙың йоғонтоһо арҡаһында тауар әйләнеше күләме төшөүен белдерҙе. Европа иле вәкилдәре Башҡортостан менән дә ҡыҙыҡһына. Үҙҙәре белдереүенсә, бурыстары – максималь тиҙ арала һәм һөҙөмтәле рәүештә беҙгә итальян компанияларын килтереү һәм берлектә эш башлау. Ауыл хужалығы, фармацевтика, нефть-газ тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға була.
Радий Хәбиров Италияла Башҡортостан вәкиллеген булдырыу тәҡдимен әйтте. Бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм әүҙемләштереү өсөн Европаға даими тура авиарейс асыу ҙа ҡулай буласаҡ. Тағы шуныһы: республикабыҙ Италия туристары өсөн дә ҡыҙыҡ булыр ине.