04.03.2019 Бөгөн Яңы Булгаков комплексынан 36 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды
2014 йылда төҙөлә башлаған был комплекс банкрот тип табылып, эштәр туҡтатылған ине. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров проблеманы хәл итеүҙе шәхси күҙәтеүенә алды.
2018 йылдың 26 декабрендә застройщик дүрт йортто файҙаланыуға тапшырғайны. Яңы йылды 175 ғаилә яңы йортта ҡаршы алды. Бәхетлеләр һаны бөгөн тағы ла артты.