04.03.2019 Быуындарҙың һығылмалылығы яҡшымы, насармы?
Рәсәйҙә 18 кеше бик һирәк осрай торған «резина һөйәктәр» ауырыуы менән сирләй.
Элерс – Данлос синдромы тип йөрөтөлгән был ауырыуҙың донъяла 40 осрағы билдәле. Ауырыу кеше быуындарының һәм һөйәктәренең төрлө яҡҡа бөгөлә алыу һәләте һәм умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүе менән һыҙатлана. Элегерәк беҙҙең ил табиптары был ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәһә, хәҙер яңы тыуған 250 мең сабыйҙың берәүһе ошо сир менән яфалана. Был хатта бөтә донъялағы күрһәткестән дә күберәк.