28.02.2019 Башҡорт телен өйрәтеүсе тәүге электрон баҫма
Башҡортостан « Китап» нәшриәте БР Башлығы Грантына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм һуҡырҙар өсөн «BashDic» электрон баҫмаһын сығарҙы.
15658 һүҙҙән торған дәреслектә рус- башҡорт, башҡорт- рус һүҙлеге, тәржемә буйынса модуль урынлаштырылған. Бында интерактив элементтар һәм навигацион аппарат ярҙамында алфавитты, башҡорт телен , һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен, яҙылышын үҙаллы өйрәнергә мөмкин.
Электрон уҡыу системаһында башҡорт клавиатураһы ла ҡуйылған. Яңы проектты Башҡорт дәүләт университеты доценты Айнур Хәйбуллин эшләгән. Уны Башҡортостан « Китап» нәшриәте сайтында (www.kitap-ufa.ru) табырға була.
Әйткәндәй, был сайтта ФГОС буйынса раҫланған башҡорт теле , әҙәби уҡыу дәреслектәренең электрон форматы ла эшләнгән.