28.02.2019 Гүзәл зат күбеһенсә яман сирҙән ҡырыла
Рәсәйҙә былтыр 82,6 мең ҡатын-ҡыҙ вафат булған. Статистика күрһәтеүенсә, уларҙың 19,6 меңе — яман шештән, 18,9 меңе — ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, 9,2 меңе — аш эшкәртеү органдары сирҙәренән, 8 меңе — төрлө инфекцияларҙан, 2,5 меңе — тын алыу органдары ауырыуҙарынан яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бәхетһеҙлек осраҡтарында, юл-транспорт һәләкәттәрендә һәләк булыусылар — 15,8 мең.
Социаль селтәрҙәрҙә Росстаттың күрһәткестәре менән риза булмаусылар бик күп. Фекер алышыусылар, онкологиянан ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла күберәк үлә, тип белдерә. Шулай уҡ яман шеш диагнозы ваҡытында ҡуйылмау сәбәпле, табиптан табипҡа йөрөп ҡиммәтле ваҡытты юғалтыу күпләп үлем осрағына килтерә, тип яҙалар.
Ир-атты үлемгә килтереүсе факторҙар араһында тәүге урындарҙа — инсульт һәм инфаркт.