28.02.2019 "Ауырып" еңеү килтерҙе!
Кисә, 27 февралдә Магнитогорск ҡалаһында "Салауат Юлаев" плей-офф серияһында үҙенең икенсе матчын үткәрҙе. Боҙ яланының ҡаршы яғында "Металлург" торҙо.
Иҫәп: 1:4! Беҙҙекеләр бик матур еңеү яуланы!
«Арена-Металлург» трибуналарында уйынды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, клуб Советы рәйесе Ринат Бәширов, Сибай башлығы Рөстәм Афзалов һәм башҡа рәсми әһелдәр ҡараны. Сибайҙың "Горняк" хоккей клубының йәш тәрбиәләнеүселәре лә "СЮ-Металлург" алышын күҙәтте.
«Удалось заскочить по дороге из Сибая поболеть за наших, — тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә төбәк башлығы. — Я в окружении сибайских пацанов, возможно, будущих ледовых рыцарей «Салавата Юлаева». А пока — они гоняют за ХК «Горняк», у них там хорошая школа. Сейчас их поощрили такой вот поездкой».
Ә иртәгә, 1 мартта «Металлург» — «Салауат Юлаев» серия «Өфө-Арена»ла үтәсәк.
Фотола: Радий Хәбиров ошолай итеп юлаевсылар өсөн "ауырып", беҙҙең командаға еңеү килтерҙе!