27.02.2019 УГМК Сибайға 200 млн һум бирәсәк
Урал тау-металлургия компанияһы Сибайҙың ағымдағы ихтыяждары өсөн 200 миллион һум бүләсәк.
БР Башлығы Радий Хәбиров бының турала ҡала халҡы менән бөгөнгө осрашыу мәлендә белдерҙе. Аҡса нимәгә тотоноласағы тураһында ҡала хакимиәте хәл итәсәк.
УТМК был финанс ярҙамды Сибай һәм республика алдындағы социаль йөкләмәләренән тыш бүлгән.