27.02.2019 Радий Хәбиров: кәрәк булһа Сибай карьеры шахталары эше туҡтатыласаҡ
Бөгөн Сибай халҡы менән осрашыу мәлендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, кәрәк булһа карьер шахталары эше туҡтатыласаҡ һәм һыу менән баҫтырыласаҡ, тип белдерҙе.
Сара мәлендә Урал тау-металлургия компанияһының гендиректоры Андрей Козицын карьерҙың хәле һәм уның насар эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн атҡарылған эштәр хаҡында доклад яһаны. Залда ултырыусы бер ҡатын карьерҙы ябырға, бөтә эштәрҙе туҡтатырға һәм ҡаланы таҙа урынға күсерергә талап итте.
Козицын белдереүенсә, әле шахтаның яртыһы ябылған һәм таусыларға - 800 кешегә икенсе эш урыны табыу мәсьәләһе килеп баҫты.
- Әгәр ҙә фәнни мәғлүмәт, проектлау институттары, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика структуралары, Роспотребнадзор һығымталары буйынса эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн шахтаны ябырға кәрәк тип миңә аныҡ әйтһәләр - шахта ябыласаҡ. Был осраҡта бер ниндәй ҙә иҡтисади дәлилдәр иҫәпкә алынмаясаҡ, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. - Әле эштәр алып барыла, ваҡыты билдәләнгән, быларҙың барыһы ла ыңғай һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ.