26.02.2019 Фельдшерҙарға уңайлыҡтар булдырыла
Быйыл республикалағы “Ашығыс ярҙам” фельдшерҙарына 305 планшет биреләсәк. Уларҙы техник саралар менән тәьмин итеү табип ярҙамын саҡырған пациенттарҙың электрон медицина картаһын онлайн режимда ҡарай алыу өсөн эшләнә. Медицина белгесе юлда барғанда уҡ сирленең ниндәй хроник ауырыуҙары барлығын белеп торасаҡ.
Шулай уҡ тиҙҙән республикала берҙәм мәғлүмәт һәм диспетчер хеҙмәте системаһы ла булдырыласаҡ. Яңы үҙгәреш ашығыс ярҙам бригадаһының ниндәй биләмәгә ҡарауына ҡарамаҫтан, пациентҡа иң яҡыны ашығыс ярҙамды күрһәтһен өсөн эшләнә.