26.02.2019 Сибай карьерын 40 метрға һыу баҫҡан
Сибай ҡалаһында килеп тыуған экологик проблеманы яйға һалыу, халыҡҡа оператив мәғлүмәт еткереү өсөн брифинг кәңәшмәләре үткәрелә.
Әле карьерҙа ер аҫтында мәғдән табыу урындарын һыу менән баҫтырыу дауам итә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы вәкиле Александр Пономарев белдереүенсә, 549 метр горизонттан һыу 40 метрға күтәрелгән.
Штаб етәксеһе, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Александр Лопухов әйтеүенсә, үткән тәүлектә ҡалала бөтәһе 49 махсус лаборатория тикшереүе үткән, шуның алтыһы төнгө ваҡытҡа тура килгән.
Чернышевский урамы, 5 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә көкөрт диоксидының миҡдары норманан 10,5 тапҡыр артҡаны теркәлгән. Әле ҡотҡарыусылар йорт һайын йөрөп, аңлатыу эштәре алып бара, табиптар бер нисә йүнәлеш буйынса пациенттарҙы ҡабул итә.
Карьерҙағы мәғдән янған урындарҙы ҡаплау дауам итә. Бының өсөн ләм ҡатнашмаһы менән балсыҡ-мәғдән массаһы ебәрелә.