25.02.2019 Сибайҙағы экологик хәл ауыл хужалығы тауарҙарында сағылмай, тип белдерә ҡала ветеринарҙары
Мал табиптары сауҙаға сығарылған һәр ризыҡты ентекле тикшерә. Ҡала халҡының ышанысы урындағы баҙарға күпләп йөрөүе менән аңлатыла. Ҡала баҙарында урындаға йүнселдәрҙән тыш, Баймаҡ районы, Силәбе һәм Ырымбур фермерҙары ла һатыу итә.
Сибайҙағы экологик хәл ауыл хужалығы тауарҙарында сағылмай, тип белдерә ҡала ветеринарҙары
Бар килтерелгән тауар лаборатория тикшереүе үтә. Һатып алыусылар ҙа баҙарға һис икеләнмәйенсә йөрөй.
Фәрхәнә Ғәйнанова, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Мне 64 года. Всегда мясо беру на рынке. Тут все проверяется. И продавцы все знакомые. Беру только на рынке”.
Ветеринарҙар әйтеүенсә, яҙ яҡынлашыу менән хайуандарҙың иммунитеты ла ҡаҡшай. Һөҙөмтәлә малдар төрлө сирҙәргә бирешә башлай. Шулай ҙа экологик хәлгә бәйле үҙгәрештәр күҙәтелгәне юҡ, ти ветеринарҙар.
Вадим Передельский, Сибай ҡала ветеринар станцияһы белгесе: “Животные менее воприимчевы чем человек, по этому массовых заболеваний с экологическим участием нет. В зимний-весенний период наблюдается стабильность. Сейчас у них начинается авитаминоз, но массовых падежей нет”.