25.02.2019 Сүп-сар айырып йыйыласаҡ
БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомстволар етәкселәренә һәм яуаплы кешеләргә сүп-сарҙы айырып йыйыуға күсеү механизмдарын уйларға ҡушты.
- Әгәр ҙә беҙ был мәсьәләне хәл итә алһаҡ, ҡалдыҡтарҙы 20 проценттар 30 процентҡа тиклем кәметә алабыҙ. Реформаның маҡсаты - йылдан-йыл күбәйгән ҡыйҙы кәметеү. Әгәр ҙә сүп-сарҙы айырып йыйыуға күсмәһәк, беҙ быны атҡарып сығара алмаясаҡбыҙ. Халыҡты ла быға өйрәтергә кәрәк, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе.