01.03.2019 РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе: Инфраструктура
– Быйыл Ҡырым күперенең тимер юлы асыла. “Мәскәү – Санкт-Петербург” тиҙлекле автомобиль юлы сафҡа индерелә. Алты йылда илдә 60 аэропорт реконструкцияланасаҡ. 2025 йылға БАМ һәм “Транссиб” магистралдәре ҡеүәтләнәсәк. Мөһим эш йүнәлешебеҙ – Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш. Бөтә юл, порт, бәйләнеште уңайлы итеү беҙҙең төбәктәрҙе генә үҫтереү түгел, ә туризмды ла үҫтереү йәһәтенән ул.
Киләһе йылдарға бурыс: 5G элемтә системаһын ҡуллана башлау. Алда Милли йыһан үҙәген булдырыу ҙа тора.