22.02.2019 Вена менән Истанбулда башҡорт сауҙа йорттары асылырмы?
Беҙ һәр яҡлап үҫергә, күп ил менән хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ. Сит илдәргә сығыу ҙа беҙҙең өсөн бер ни түгел. Тиҙҙән Европа халҡына ла беҙҙең менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты ла тейәсәк. Венала (Австрия), тағы ла иң ҙур ҡалаларҙың береһе Истанбулда (Төркиә) сауҙа вәкиллектәре асырға ниәтебеҙ бар. Быны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та хуплаған.
Мәҫәлән, Босфор боғаҙының яр буйында ғына йә атаҡлы Вена операһына алыҫ булмаған бер урында Башҡортостан сауҙа йорто эшләп ултырһа, яҡшы ла инде.