20.02.2019 Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр
Әлеге мәлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Ил башлығының был сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе башлыса Рәсәйҙең эске мәсьәләләренә арнала.
Путин сығышының башында уҡ ил халҡын һаҡлау тураһында һүҙ алды. Аңлашыла: иң һәйбәт шарттар ғаиләләргә буласаҡ.
Президент әйтеүенсә, балалар ни тиклем күп, һалым шул тиклем түбән.
Мөрәжәғәтнамәне тыңлайбыҙ һәм фекер йөрөтәбеҙ.