20.02.2019 "Йәшлек“ - Яңауылда
Яңауыл районының үҙәк китапханаһы республиканың иң уникаль ойошмаларының береһе булып иҫәпләнә.
2500 кв.м.майҙанды биләгән китапханала республиканың берҙән-бер ҡурсаҡ музейы урынлашҡан. Шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы этномайҙансығы, әҙәбиәт музейы," Уҡы, хыяллан, ижад ит" тип аталған йәштәр үҙәге эшләй. Балалар китапханаһында кескәйҙәр өсөн ҡурсаҡ театры әкиәттәр күрһәтә.