18.02.2019 Подъездың стенаһы ниндәй төҫтә буласаҡ?
Күп тапҡырҙар ишеттек һәм һеҙгә лә хәбәр иттек – быйыл беҙҙә подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был эшкә бик етди ҡарай. Кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа был хаҡта һүҙ даими алып барыла.
Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә белдерелеүенсә, быйыл ремонт яһау графигы түбәндәгесә:
28 февралдән 15 апрелгәсә – подрядсылар конкурсы, еңеселәрҙе билдәләү.
15 апрель – эш башы.
15 апрелдән 1 июнгә тиклем – планлаштырылғандың 25 процентын башҡарыу.
1 июнь – 1 август – ремонт 55 процент күләмендә башҡарылған булырға тейеш.
1 август – 1 октябрь – 85 проценты тамам.
1 ноябргәсә – подъездар ремонтлау 100 процентҡа башҡарылған.
Нимәһе аптырата: Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ҡайһы бер район-ҡала башлыҡтары ремонт яһалаһы подъездарҙы күрмәгән дә! Етәкселәр республика башлығына был хаҡта үҙҙәре әйткән. Әле подъезд стналарының төҫө ниндәйгә буялыры хәл ителеп бөтөргә тейеш ваҡытта, шулай булыуы мөмкинме? Әгәр етәксеһе ниндәй эш башҡарылсағын белмәһә, ул нисек был процесс менән идара итә ала?
Программаны ғәмәлгә ашырыуҙы ойоштороуҙа етешһеҙлектәр бар. Бының өсөн үрҙә телгә алынған ведомствоның яуаплы кешеһенә иҫкәртеү ҙә сәпәлде. Яҡын арала урындарға министрлыҡтан белгестәр сығасаҡ, аңламаған муниципалитет етәкселәренә аңлатыу эштәре алдып барасаҡ. Радий Хәбиров фекер алышыуҙарҙы 1 мартҡаса оҙонайтырға ҡушты. Халыҡ ҡәнәғәтһеҙ ҡалырға тейеш түгел!