16.02.2019 Урал Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Бөгөн Учалы районы Озерный урта мәктәбендә элекке “афғансы”, спорт мастеры, Баймаҡ һәм Учалы эске эштәр бүлектәре начальнигы, Башҡортостандың Эске эштәр министры урынбаҫары вазифаларында эшләгән Урал Рәис улы Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Урал Рәис улы 1964 йылдың 28 февралендә Комсомольск ҡасабаһында Сания һәм Рәис Шәмиғоловтарҙың ғаиләһендә тыуған. Башланғыс синыфтарҙы Озерный урта мәктәбендә уҡыған. Урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлап, 98-се Учалы һөнәрселек училищеһының Комсомольск ҡасабаһындағы филиалында тракторсы-машинист һөнәрен ала. Ашҡынып, үҙ теләге менән армияға китә. 1982 йылдың 24 октябренән 1984 йылдың 1 июленә ҡәҙәр Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Афған ерендә командование ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәгән старшина, БТР экипажының командиры, ҡыйыу башҡорт егете “Батырлыҡ өсөн“, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә. Һуңынан хоҡуҡ һаҡлау органдарында намыҫлы эшләгән тырыш, маҡсатлы Урал Рәис улы бик күп орден һәм миҙалдарға лайыҡ була.
Ярҙамсыллығы, ғәҙеллеге, талапсанлығы менән ихтирам ҡаҙанған, ҡайҙа йөрөһә лә, үҙен һәр саҡ тик ыңғай яҡтан күрһәткән яҡташыбыҙ арабыҙҙан бик иртә китһә лә, уның яҡты исеме халыҡ күңелендә һаҡланыр. Районыбыҙҙың почетлы гражданы Рәис Шәмиғоловтың абруйын юғары күтәргән Урал ағайҙың намыҫлы юлын Вадим һәм Радим исемле улдары ла лайыҡлы дауам итә.
Таҡтаташты асыу тантанаһында батыр ир-егеттең ата-әсәһе, туғандары, ҡатыны, улдары, дуҫтары, иптәштәре, район хакимиәте, Эске эштәр бүлеге, хәрби комиссариат вәкилдәре, ауылдаштары, уҡыусылар ҡатнашты. Ауыл старостаһы Нәҡип Әйүповтың тырышлығы менән тормошҡа ашырылған был изге эш дауамлы буласаҡ – Урал Шәмиғоловтың иҫтәлегенә бынан ары гер буйынса спорт ярыштары уҙғарыласаҡ.