15.02.2019 Телеүҙәктә нимә булған?
"Барыһына ла бинанан сығырға!" - ҡолаҡ ярғыс янғын сиренаһы эшләй башлау менән "Рәсәй 1" дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренең барыһы урамға ашыҡты. Баҡһаң, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү икән. Күптәр: "Ярай әле тура эфир мәленә тура килмәне", - тиеште. Халыҡтың урғылып Телеүҙәктән сығыуына үтеп барыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡараны, митинг-фәлән, тип уйланы, күрәһең.
Ярты сәғәт элек тура эфирҙа БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы начальнигы Марат Латипов булып киткәйне, һүҙ төбәктәге янғын хәүефһеҙлеге хаҡында барҙы. Әллә уның визиты сәбәпсе булдымы әлеге уҡыуҙарға, ҡыҙыҡ...
"Рәсәй 1" ДТРК-һы тураһында мәҡәлә гәзиттең 8-се һанында донъя күрәсәк.