15.02.2019 Нуғай ҡасабаһында яңы балалар поликлиникаһы
Өфө ҡалаһының Нуғай ҡасабаһында дөйөм майҙаны 150 квадрат метрҙан ашыу булған модулле балалар поликлиникаһы асылды. Ул барлығы 1700 пациентты, шул иҫәптән Зинин менән Жилин ауылы балаларын да хеҙмәтләндерәсәк.
Яңы медицина учреждениеһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Унда участка педиатры өсөн автоматлаштырылған эш урыны булдырылған. Был иһә анализ һөҙөмтәләрен, прививкаларҙы, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙарҙы электрон вариантта теркәп барырға һәм һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Бында ике педиатр эшләйәсәк. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын Өфө ҡалаһына балалар поликлиникаһына йөрөтөргә мәжбүр булһа, хәҙер үҙҙәрендә медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге булдырылыуына ҡыуанып бөтә алмайҙар.
Әйткәндәй, Өфө янындағы был ауылдар көндән-көн ҙурая бара, йәш ғаиләләр күп булыу сәбәпле, балалар һаны ла арта. Шунлыҡтан киләсәктә бында тағы ла ҙурыраҡ поликлиника төҙөү күҙаллана.