RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш»тарҙан теләк – сәләмәт булайыҡ

18.02.2019 «Юлдаш»тарҙан теләк – сәләмәт булайыҡ

Радио тыңлау сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай икән. Күптән түгел ғалимдар ошоно иҫбатлаған. Ул телевидение кеүек кешене көсөргәнешлектә тотмай. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйбеҙ һәм “Юлдаш” тулҡындарында ошо үтә ҡиммәтле төшөнсәгә бәйле, даими яңғырап торған тапшырыу менән таныштырабыҙ.

Сәләмәтлек – ул сынығыу, дөрөҫ туҡланыу, көндәлек режим, яҡшы кәйеф, насар ғәҙәттәрҙе булдырмау һәм, әлбиттә, хәрәкәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр сәләмәтлек тураһында уға хәүеф янағанда иҫенә төшөрә. Ләкин инде был ваҡытта һүҙ сирҙе дауалау тураһында булырға тейеш. Сирен йәшергән – үлгән, тиҙәр. Шуға ла ваҡытында табипҡа барыуҙан тартынмағыҙ. Һаулыҡты һатып алып булмай, уның ҡәҙерен белергә өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн организмды бала саҡтан даими һаҡлап, күҙәтеп тороу мөһим. Һәр беребеҙ әүҙем тормош позицияһына эйә булырға, бәхетле тормош өсөн үҙенең һәм яҡын­дарының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Табип сирҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәр кем үҙе булдыра.
“Сәләмәт булайыҡ” проектында һаулыҡ, матурлыҡ, оҙон ғүмерле булыу ысулдары хаҡында һөй­ләйбеҙ. Тапшырыуҙа табиптар, ғалимдар һәм ябай кешеләр ҡатнаша.
Ниңә табиптарға һуңлап килә­беҙ? Ни өсөн әҙәм балаһы күңел табибына мөрәжәғәт итеүҙән тар­тына? Табиптарға ауырыған-һыҙланған ваҡытта ғына бар­ған кеүек, психологтарға ла кеше күңеле тыныс, донъяһы бөтөн мәлдә мөрәжәғәт итмәй. Ваҡы­тында хәл ителмәгән проблема өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә. Ошондай сетерекле саҡтарҙа күңел табиптары – психологтар ярҙамға килә лә инде. Улар менән “Сәләмәт булайыҡ” рубрикаһының киләһе сығарылыштарында һөйләшербеҙ. Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрес­тан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе төрлө ысул менән дә ҡотолорға мөмкин. Күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы кәрәклеген аңлағандар ғына тормоштоң һәр мәленән матурлыҡ, бәрәкәт табып йәшәй. Әгәр инде күңелебеҙ “ауырый” икән, тәнебеҙ ҙә интегә. Шуға ла бар йәһәттән сәләмәт булайыҡ. Һеҙҙән һорауҙар һәм хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙың архивын беҙҙең рәсми сайтта: uldashfm.ru адресы буйынса тыңларға мөмкин.




Автор: Т. Аманов
Фото: "Юлдаш" радиоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне