15.02.2019 Киҙеү килде...
Башҡортостан мәктәптәре бер-бер артлы карантинға ябыла башланы. Сәбәбе: киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтарының күбәйеүе.
БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, әле республикала 35 мәктәп карантинда. Сир айырыуса Нефтекамала көслө, буғай, ундағы 18 мәктәп тә уҡыу-уҡытыуҙы туҡтатҡан. Өфө, Салауат, Учалы ҡалаларында, Ишембай, Ҡыйғы райондарында ауырыусылар күп. Әгәр ҙә бер класта йә мәктәптә балаларҙың 20 проценты ауырыһа, карантин иғлан ителә.
Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Профилактика сараларын күрегеҙ.