15.02.2019 Ике күпер тоташасаҡ
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осрашты. Бында һүҙ Өфө янында Ағиҙел аша күпер төҙөү тураһында булды.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, тиҙҙән йылға аша һуҙылған ике күперҙең араһы тоташтырыласаҡ. Бының өсөн үҙәктән ике миллиард һум аҡса бүленә.
Осрашыуҙа баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем һуҙыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Республика етәксеһе тимер юлының мөһимлеген дә билдәләй.
– Беҙ Куйбышев, Горький, Көньяҡ Урал тимер юлдарын тоташтырырға мөмкинлек биргә яңы юлдар һалырға тәҡдим иттек. Был Өфө – Нефтекама һәм Сибай – Бүребай – Сара юлдары.
Башҡортостан өсөн тағы бер әһәмиәтле мәсьәлә: Өфөнө урап үтеүсе көньяҡ тимер юлын яңыртыу. Йөк ташыусы поездар ҡалаға инмәй генә үтһә, яҡшыраҡ буласаҡ, – тип яҙған Радий Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә.
Аэропортты камиллаштырыу ҙа дауам итәсәк. Киләсәктә унда биш минут һайын самолет ҡабул итеү мөмкин буласаҡ. Әле ун минутҡа бер самолет төшә ала.
– Беҙ республиканың транспорт инфраструктураһы заманса, сифатлы һәм кешеләргә уңайлы булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – ти республика етәксеһе.