RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәктәп уҡыусылары ҡар көрәргә тейешме?

14.02.2019 Мәктәп уҡыусылары ҡар көрәргә тейешме?

Иптәштәр, Өфөләге хәлде ҡарап, тикшереп китәйек. һеҙҙең фекерҙәр бында бик кәрәк.

Ошо көндәрҙең береһендә 69-сы мәктәптә 9-сы класс уҡыусыларының дәрестәр теҙмәһендә физкультура мәле килеп еткән. Тик спорт өҫ һәм аяҡ кейемле үҫмерҙәрҙе залға индермәгәндәр, киреһенсә урамға ҡар көрәргә алып сыҡҡандар. Уҡытыусы балаларҙың әйткәнен тыңлап тормаған тиҙәр.
Һөҙөмтәлә ике бала арҡаһын биртендергән, өсәүе һыуыҡ алдырған.
Мәктәп директоры отпускыла булдым, физкультура уҡытыусыһының был ниәте тураһында белмәнем тигән. Киләсәктә бындай хәлдәр ҡабатланмаҫ тип вәғәҙәләгән. Юристар уҡыусыларҙы бындай эштәргә йәлеп итергә ярамай, тик субботникта ғына ҡушырға мөмкин тигән.

... Һәм дә хәтирәләр яҙып үтәйем. 1999 йыл, Баймаҡ лицей-интернаты, апрель айы уртаһы. Хеҙмәткә өйрәтеү дәресендә беҙҙе - 7-се "А" класы малайҙарын уҡытыусыбыҙ Мөбәрәк Мөхтәр улы (Батталов) мәктәптең арт яғына - хәҙер ул төп инеү урыны - алып сыҡты һәм иҫке түтәлдәрҙе һүтергә ҡушты. Ҡыпһыуыр, балта, сүкеш, көрәк-лом алдыҡ та эшкә тотондоҡ.
Ҡояш ҡыҙҙыра, беҙ дәррәү эшләп йөрөйбөҙ. Хәбәр һөйләйбеҙ, көләбеҙ, күңелле! Тик... "Шырррт!" тигән тауыш - нимә күрәм, түтәл мөйөшөнөң ситендә торған тутыҡ сөйгә салбарҙы эләктергәнмен. Ике көн элек кенә йәкшәмбе баҙарында әсәйем алып биргән ҡара джинсы салбарҙың һул тубыҡтан өҫтө "Г" хәрефе кеүек йыртылды...
Эй, шул мәлдәге көйөү-ҡайғырыуым. Өйҙәгеләргә әйтмәнем, уҡытыусы-завуч-директор ҙа белмәне. Прокуратура-фәләнтураһында иҫемә төшмәне. Шым ғына өйгә ҡайтып, ҡара еп менән йүрмәп ҡуйҙым. Һүтек-йыртыҡлы әйберҙең бәҫе китте.
Бер аҙнанан хеҙмәт дәресендә йәнә лә тышҡа эшкә сыҡтыҡ. Ҡыҙҙар менән картуф ултырттыҡ. Мин баяғы салбарҙа - тағы ла "шыыыырт!" тигән тауыш! Ҡәһәрең! Салбарҙың инде уң яҡ балағы сөйгә эләкте!
Йәнә өндәшмәнем, йәнә ҡайттым, йәнә шым ғына йүрмәп ҡуйҙым... Ярай, иҫке салбарҙы кейеп йөрөп, 7-сене тамамалап ҡуйҙым, Көҙгә ҡарай әсәй яңынан кейем алды...
Интернаттың "овощехранилище"һынан серек картуф ташыу, ҡоймаларын һүтеү, бағана ултыртыу, электриктар бысҡан тирәк ботаҡтарын ташыу, ашханаға килгән он-маҙарҙы бушатыу - барыһы ла эләкте.

Салбар йыртыу кеүек ошондай хәл хәҙер булһа нимә эшләр инем икән? Ата-әсәйем, үҙем уҡытыусы, мәктәп етәкселеге өҫтөндә тауҙай булыр инемме икән? Әсәйем уҡытыусы ине, коллегалары менән боҙошоп та йөрөмәҫ ине.

Мәктәптә балаларҙы ҡар көрәү, әйбер ташыу кеүек эштәргә йәлеп итеү кәрәкме? Әллә бәләһенән баш-аяҡ тиеү хәйерлерәкме? Фекерҙәр көтәбеҙ.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне

АМУР Ямалыев
15 февраля 2019 18:41: АМУР Ямалыев
Непременно и архиважно!!!