14.02.2019 Иң мөһиме – кешегә уңайлы булһын
Был аҙнала Татарстандың Иннополис ҡалаһында Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уны РФ Президенты Владимир Путин алып барҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Ултырыш ил етәксеһенең башҡа субъекттар лидерҙары менән формаль булмаған әңгәмәһе рәүешендә уҙҙы. Осрашыуҙа халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеге тикшерелде.
Торлаҡ төҙөлөшө тармағында етди үҙгәрештәр көтөлә. Президент белдереүенсә, быйыл йәйҙән (1 июлдән) торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлаясаҡ. Ул граждандар өсөн ауыр булмаҫҡа, киреһенсә, кешене торлаҡ һатып алғанда артыҡ сығымдан араларға тейеш.
Владимир Путин әйтеүенсә, торлаҡ төҙөүгә бәйле нормативтар ҙа үҙгәрә. Улар төҙөүҙе ойоштороусы өсөн асыҡ, уңайлы һәм һөҙөмтәле буласаҡ. Иң мөһиме, кешенең талаптарына тура килеүе шарт. Киләсәктә ҡала биләмәләре үҫешенең стандарттары әҙерләнә.