14.02.2019 Мин ғашиҡмын
Мин ғашиҡмын, һинең тауышыңа,
Мәрәкәле, шаян һүҙеңә.
Бер һирпелеп ҡарауың да етә,
Һурып алырҙаймын, үҙемә.
Мин ғашиҡмын һинең буй-һыныңа,
Ҡара күҙҙәр, ҡара ҡашыңа.
Килһәң ине минең яндарыма,
Килеп баҫһаң ине, ҡаршыма.
Мин ғашиҡмын һинең сәстәреңә,
Диңгеҙ кеүек улар, тулҡынлы.
Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашҡанда
Ҡатып ҡалам, ҡаушап таш-һынлы.
Мин ғашиҡмын һиңә, йәп-йәш ҡыҙҙай,
Әйтерһеңдә, әле ун һигеҙ.
Арабыҙҙа бер ни айырма юҡ,
Һин дә йәп-йәш, беҙ бер тигеҙ.
Мин ғашиҡмын һиңә, әммә, ләкин
Ҡасам һинән йыраҡ, оялып.
Ҡурҡаммылыр кеше һүҙҙәренән,
Ҡуймайым тип-әллә, буялып!?
Мин ғашиҡмын һиңә, иркәм, бәғ(е)рем,
Көтәм һине бары, төшөмдә.
Һинең хаҡта булған хыял-серем
Һаҡланырҙар йөрәк түремдә!