14.02.2019 Ғәҙәттәгесә хаҡ арта
1 июлдән һыу, электр энергияһы, газ менән ҡулланған өсөн түләүҙәр артасаҡ.
Уртаса тарифтар түбәндәгесә тәшкил итә:
— һыу менән тәьмин итеү буйынса — 1 кубометр өсөн 25,96 һум, һыу бүлеү буйынса — 1 кубометр өсөн - 26,28 һум.
— йылылыҡ энергияһына хаҡ Башҡортостан буйынса уртаса 1992,89 һум/Гкал (НДС менән) тәшкил итәсәк.
— электр энергияһына бер ставкалы тариф 3,6 процентҡа арта. Ауыл ерендә һәм ҡалала электр плитәләре ҡулланылған йорттарҙа тариф 0,7 коэффициенты менән билдәләнгән.
— 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында халыҡҡа тәбиғи газ өсөн хаҡ, уны файҙаланыу йүнәлешенә ҡарап, 1 кубометр өсөн 6,62 һумдан алып 7,10 һумғаса тәшкил итә. Социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы 2019 йылдың икенсе ярты йыллығынан 1,4 проценттан да арттырылмауын күҙ уңында тота.
1 ғинуарҙан бөтә илдә коммуналь түләүҙәргә хаҡтар 1,7 процентҡа артты.