25.01.2011 Справкаларҙы яңыртырға кәрәк!
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, артабан балаға айлыҡ пособие ғаилә ағзаларының килемдәрен раҫлаусы документтар тапшырғанда ғына тәғәйенләнәсәк. Тимәк, был түләүҙе алған граждандарға справкаларҙы яңыртырға кәрәк. Юғиһә, 1 марттан пособие түләү туҡтатыласаҡ. Әммә, әгәр балалар пособиеһы алыусы 2011 йылдың 31 майына тиклем йәшәгән урыны буйынса социаль яҡлау органына ғаиләһенең килемен раҫлаусы документтар килтерһә, пособие түләү ҡайтанан тергеҙелә.
Пособие алыуға хоҡуҡты 31 майҙан һуң раҫлаған осраҡта, ул уҙған ваҡыт өсөн дә түләнә. Ләкин ул документтарҙы килтергән айға тиклемге өс ай өсөн генә билдәләнә. Ата-әсәләргә пособиеға һәм уны артабан түләүгә хоҡуҡты раҫлау өсөн бөтә һорауҙар менән халыҡты социаль яҡлау органдарына 2011 йылдың 1 мартынан һуң мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ был һорауҙар буйынса БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында «ҡыҙыу линия» ла асылды.
Шылтыратыуҙар эш көндәрендә 18 сәғәткә тиклем 273-52-12 телефоны аша ҡабул ителә.