12.02.2019 Сүп сығарғанға хаҡ артасаҡ
Сүп -сар сығарыу өсөн түләгән тарифтарҙың юғары булыуына барыһы ла ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та хаҡтарҙы кәметергә ҡушты. Ауылда йәшәүселәр өсөн түләүҙәр айына 35 һум, ҡалала 70 һум ине.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыйҙы эшкәртеү системаһынын көйләү, контейнерҙар эшләү өсөн яңы майҙансыҡтар булдырыу маҡсатында түләүҙәр артасаҡ.