08.02.2019 Бәпес бүләге – 1600 һум
Беләһегеҙ, беҙҙә бүләк бирергә яраталар. Байрам-фәлән, тыуған көн, бәпес тыуыуы... Артыҡ ҙур сәбәптәр ҙә кәрәкмәй. Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк тигәндәй, иң мөһиме ихлас күңелдән булһын да, тик “китайский ширпотреб” булмаһын. Бөгөн һәр кем сифатлы нәмәнең ҡәҙерен белә башланы.
Һүҙ бәпес бүләге тураһында ине. Бала табыу йортонан сыҡҡан ваҡытта бирелә ул. “Хөкөмәт бүләге” тиҙәр ҡайһы берәүҙәр. Ана шуны хәҙер бер аҙ ҡыйбатлатмаҡсылар. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында проект та бар. Сабыйға бүләк ителәһе комлпекттағы әйберҙәр һанын әҙәйтәләр, әммә ул ҡиммәтлерәк буласаҡ. Әле бүләк “тоҡсайында” 1180 һумға торошло 11 әйбер бар. Бынан ары дөйөм суммаһы 1600 һум тәшкил итәсәк. Улар – балалар пледы, башҡорт биҙәкле “уголок”, ползунки, башлыҡ, кофта, комбинезон һәм Башҡортостан Башлығынан открытка. Ете дана. Эйе, эйе, открытка ла аҡсаға алына. Шәпме? Сабыйҙар тыуһын ғына, бүләк биреүселәр былай ҙа күп булыр.