10.02.2019 Хаҡы миллион һумдан арта
Иң ҡиммәтле “Лада”ның хаҡы билдәле булды.
Ябай “Веста”ны 615 мең һумдан башлап һатып алырға мөмкин. Ә бына “Веста Спорт” моделе өсөн 1 миллион һумдан ашыу аҡсаны сығарып һалырға тура киләсәк.
Иң яҡшы “Luxe” комплектындағы машинаға стабилизация системаһы, климат һәм круиз контроле, күп функциялы руль, алғы ултырғыстарҙы йылытыу, яҡтылыҡты һәм тәҙрә щеткаларын автоматик тоҡандырыу, аудиосистема ҡуйыла. Бындай “Веста” 1 миллион 9900 һум тора.
Ә бына “Multimedia” пакетлы автомобиль 1045900 һумға һатыла. Унда артҡы камера, мультимедиа системаһы, навигатор һәм алғы тәҙрәне йылытыу кеүек әйберҙәр өҫтәп ҡуйыла.
Тыштан ҡарағанда, миллион һумлыҡ “Веста”лар еңел иретмәле дисктарҙа 17 дюймлы тәгәрмәстәр (“Нива”ныҡынан ҙурыраҡ!), яңы бамперҙар, ишек тупһаларына накладкалар, багажник ҡапҡасындағы антиҡанат менән айырыла. Мотор күләме – 1,8 литр, ҡеүәте 145 ат көсө тәшкил итә – был иһә машинаға сәғәтенә 198 саҡрым тиҙлектә йөрөү мөмкинлеге бирә. Спорт “Веста”һы 9,6 секундта урынынан ҡуҙғалып, сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлеккә етә ала.