08.02.2019 Эшҡыуарлыҡ изге һыйыр кеүек...
Ошо арала Башҡортостан етәкселеге республикала эшләүсе бизнесмендар менән осрашты. “Бизнес-клуб” форматындағы сарала инжиниринг, девелопер компаниялары вәкилдәре, пилотһыҙ осҡостар уйлап табыусылар, медиа-контент эшләүселәр ҙә ҡатнашты. Эшҡыуарҙар үҙҙәре менән етештергән тауарҙарынан күргәҙмә лә алып килгәйне.
Кешегә кәрәк булған нимәлер етештереү һәр саҡ хуплауға лайыҡ. Беҙ ҡулланыусылар ғына булырға тейеш түгел. Ә заманға яраҡлашып, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән тауар сығарһаң, уғата яҡшы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, эшҡыуарлыҡтың иҡтисад һәм бөтә социаль йәшәйеш өсөн әһәмиәткә эйә икәнен муниципалитеттар һәм ведомстволар етәкселәре аңларға тейеш. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа республикала инвестиция күләме төшкән.
Республикала бизнесҡа булышлыҡ итеү формалары уйланылған. Тик, бер яҡтан, бөтә механизмдар бар, ә инвесторҙар юҡ. Республика етәксеһе был йәһәттән Мәскәү өлкәһе тәжрибәһен миҫалға килтерҙе. Унда, әйтәйек, бөгөн һөйләшеүҙәр үтһә, ике-өс йылдан “Мерседес”тар йыйыу ойошторола. Өҫтәүенә, ауыр тышҡы сәйәсәт шарттарында. Эште йылдам итеп беҙҙә лә ойошторорға мөмкин.
Ә бизнесҡа килгәндә, Башҡортостанда уны, Радий Фәрит улы әйтмешләй, изге һыйыр һымаҡ күреп, ҡәҙерләргә кәрәк.