08.02.2019 Яҡтыкүл – иң шәбе
Әбйәлил районында урынлашҡан был матур күл Рәсәй күлдәре араһында иң популяр ял урындарының береһе булып танылған. Tvil.ru торлаҡты бронләү сервисы шундай мәғлүмәт биргән.
Яҡтыкүлдән тыш, халыҡ Ырымбур өлкәһендәге Тоҙ күле янындағы Соль-Илецк ҡалаһына, Тверь өлкәһенең Селигер күле ярында урынлашҡан Осташков ҡалаһына йыш бара. Әлбиттә, туристар Байкал күле тирәһен, Алтай крайындағы Ҙур Яровой күлен дә бик ярата. Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ күл буйҙарына уртаса өс-биш көнгә килә. Исемлек фатир, йорт йә коттедждарҙы ҡуртымға алыу һанынан сығып төҙөлгән.