06.02.2019 Һөйгәнем, mening sevgim, aşkım...
Кеше тыуа, үҫә, белем ала, эш таба, ғаилә ҡора. Тап һуңғыһы буйынса ҡыҙыҡ һандар бар.
Былтыр Башҡортостан һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе (СНГ) граждандары араһында 621 ғаилә барлыҡҡа килгән. Иң күп ҡоҙалар – Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстандан. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Украина кейәү-кәләштәре күп.
Алыҫ сит илдәр граждандары менән дә рәсми никахтар байтаҡ теркәлә. 2018 йылда туйҙар Германия, Франция, Италия, Израиль, Мысыр, Төркиә яғынан ҡунаҡтар менән берлектә үткән.
“Экзотик” илдәрҙән дә һөйгән кешеләр табылып тора. Беҙҙең ҡыҙҙар йыш ҡына Африка принцтарына сығып, принцесса ла булып китә. Бер яҡтан ғибрәт, тиер инең, икенсе яҡтан, мөхәббәткә кәртә ҡуйып буламы ни, тип аҡлап та ҡуяһың.
Әйткәндәй, былтырғы йомғаҡтар буйынса иң күп яңы ғаилә Стрәлетамаҡ ҡалаһында (1863) һәм Әбйәлил (332) районында теркәлгән. М-мм, халыҡ-ара никахтарҙа әбйәлилдәр алда түгелдер?..