06.02.2019 Буран ҡубасаҡ, ҡар яуасаҡ
Алдағы өс көндә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә
6 февралдә - ҡар яуыу, буран сығыу, юлдарҙа ҡар һырыу. Татарстан яғынан ҡар фронты килеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -16,-21°, төндә иһә урыны менән -33°-ҡаса һыуытасаҡ.
7 февралдә - күп райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ, буран ҡубасаҡ. Төндә -16,-21°, урыны менән -25,-30°, көндөҙ -8,-13°, көнсығышта -15,-20° һыуы торасаҡ.
8 февраль - көньяҡ-көнбайыштан циклон көтөлә. Ул ҡар-буран килтерәсәк.