05.02.2019 "Наҙлы һүҙем һиңә, һөйгәнем!"
Иптәштәр!
Киләһе аҙнала, йәғни 14 февралдә Изге Вәли - Ғашиҡтар көнөн билдәләйәсәкбеҙ.
Нимә тиһәләр ҙә был байрам бик матур күренештәргә сорналған. Һөйгәндәр бер-береһенә мөхәббәтен белдерә, матур теләктәр теләй, бүләк бирешә.
"Йәшлек"тәр ятып ҡалмаҫҡа, атып ҡалырға булды. Әйҙәгеҙ, пост аҫтына комментарий итеп һөйгән йәрҙәрегеҙгә ҡотлау һүҙҙәре яҙығыҙ. Үҙегеҙ ижад иткән шиғырҙар булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Иң матурҙары гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Кемгә арнайығыҙ, шуның исем-шәрифе, фотоһы, ҡайҙа йәшәүе лә кәрәк.
Пост "Бәйләнештә" селтәрендәге "Йәшлек" гәзите төркөмөндә урынлашҡан.
Һылтанмаһы:
https://vk.com/wall-35065816_31925