05.02.2019 Быйыл маҡсатлы йүнәлтмәләр күберәк бүленәсәк
Республика маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған студенттар һанын 5-15 проценттан 65-70 процентҡа тиклем арттырырға йыйына.
Әлеге көндә беҙҙең юғары уҡыу йорттарында студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу 5-15 процент тәшкил итә. Маҡсатлы йүнәлтмә менән Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Башҡорт дәүләт аграр университетында ғына күпләп уҡынылар. Хәҙер башҡа уҡыу йорттарына ла инеп буласаҡ.
Быйыл мәғариф тармағына йүнәлтмә менән белгестәр әҙерләүгә 1,5 тапҡырға күберәк аҡса бүленгән.