05.02.2019 Мәҙәниәт һәм сәнғәткә гранттар бүленде
2019 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттары биреү буйынса комиссия эшен тамамланы. Тейешле бойороҡҡа ярашлы, һайлап алынған ун проект 150 меңәр һум ала.
Еңеүселәр иҫәбендә Республика халыҡ ижады үҙәге (халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралары), Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге ("Музыка донъяһына инәбеҙ" әҙәби-музыкаль альянсы), С.Т. Аксаков мемориаль йорт-музейы ("Григорий Сергеевич Аксаков — беренсе Өфө губернаторы" проекты), Башҡорт дәүләт филармонияһы ("Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт ирекмәндәре" интернет-порталы) бар. Шулай уҡ Республика грантына күренекле башҡорт шағиры, Ҡара табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһен төҙөгән Ғәли Соҡоройҙоң тормошо хаҡында китап нәшер ителәсәк. Бөтә донъя балалар көнөнә арналған һәм башҡорт йәнһүрәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән "BashMult" республика фестиваль-конкурсы ла грант аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Проекттарҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған: Салауат дәүләт башҡорт драма театрының "Арлекин" өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре уның әҫәрҙәре буйынса әҙәби спектакль сәхнәләштерә.
Грантҡа лайыҡ булған тағы бер проект — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеге асылыуға 45 йыл тулыу уңайынан һынлы сәнғәт факультеты студенттары һәм уҡытыусылары эштәре күргәҙмәһен ойоштороп, каталог сығарыуҙы тормошҡа ашырыласаҡ.
Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн "Тарихҡа ҡағыл" адаптив күргәҙмәһе, шулай уҡ "Ҡаршылыҡһыҙ маршрут" проекты ойошторола.