04.02.2019 Башланған эш – бөткән эш
Бер нисә көн элек уҙған Беренсе мәктәп белеме форумында республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡыуға күсереү тураһында тәҡдим булғайны. Етәкселек тарафынан ҡарар ҡабул ителде.
Бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажинға әлеге мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, дүртенсе сиректә үк күп мәктәптәрҙе яңыса уҡыуға күсереүҙе хәл итергә ҡушылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, эште һуҙып йөрөгәнсе, тоторға ла күсергә кәрәк. Ә беренсе сентябрҙән инде бар мәктәптәрҙә төп дәрестәр биш көндә уҡытыласаҡ. Балаларҙың йоҡоһо ла туйыр, ата-әсәһе, туғандары янында ла оҙағыраҡ була алырҙар, тине Радий Фәрит улы.
Яңы уҡыу йылына тиклем бөтә уҡыу материалдары, методика биш көнгә яраҡлаштырыласаҡ. Ә уҡытыусылар был биш көн өсөн хеҙмәт хаҡын нисек аласаҡ, тигән һорау ҙа булғайны. Әлбиттә, улар, уҡытыу процесында төп кешеләр, “ярыҡ ялғаш” янында ҡалмаясаҡ. Башҡа мәсьәләләр ҙә хәл ителер, мәҫәлән, туған телдәрҙе уҡытыуға зыян килмәҫ.