04.02.2019 Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһе күңелһеҙ ваҡиғаны хәбәр итеүҙән башланды. Һүҙ – Сибайҙағы фажиғә тураһында. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шахтала һәләк булған машинист Ғаяз Ирғәлиндың ғаиләһен бөтә тейешле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.
– Эшсенең ғаиләһенә барлыҡ ярҙам күрһәтелергә тейеш. Быны контролгә алығыҙ. Һәм, әлбиттә, ҡайғы уртаҡлашабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.