04.02.2019 Бәхил бул, Бахил!
һәр поликлиниканың сүп-сар һауытында зәңгәр тауҙар - һауыт ҡына түгел, тирә-яғы ла бер тапҡыр ҡуллана торған полиэтилен чехолдар менән тулған. Бер бахил 300 йылдан һуң ғына серей һәм тупраҡта, һыуҙа тарҡала.
Ә һеҙ беләһегеҙме, санитар нормалар буйынса дауаханала тик режим кабинеттарына (процедура, хирургия һ.б.) ғына бахилда инеү талап ителә. Уныһын да шәфҡәт туташы бушлай бирергә йәки икенсе аяҡ кейемен тәҡдим итергә тейеш. Башҡа белгестәргә күренгәндә уны кейеү мәжбүри түгел. Дауаханала бахил һатыу ҙа тыйылған.
Әйткәндәй, “Тиҙ ярҙам” бригадаһы саҡырыу буйынса килгәндә йортҡа бахил кейеп инергә тейеш түгел, был норматив акттар менән раҫланған. Имеш, бахил кейеп тороп ҡиммәтле ваҡытты юғалталар икән. Шуға күрә “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте бер ҡасан да үҙе менән йөрөтмәй. Медиктарға бахил, целлофан пакеттар тәҡдим итергә мөмкин, тик уларҙың аяҡтарын мәжбүри систереү мөмкин түгел.
Ә һеҙҙең дауаханала бахил кейеүҙе таптыралармы?