04.02.2019 Торатауҙа хеҙмәт тармағының киләсәге ҡарала
"Торатау" Конгресс-холында бөгөн "Хеҙмәт тармағының киләсәге" тигән халыҡ-ара форум асылды. Ике көн дауам итәсәк сара Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының, Башҡортостандың 100 йыллығына ла арнала. Бында бөтәһе лә лайыҡлы хеҙмәт тураһында һөйләйәсәк.
Форумға республиканан, Рәсәйҙән, төрлө илдәрҙән йыйылғандар. Сараның пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. "Донъяла барған глобалләшеү күренеше һәр кешегә ҡағыла",- тине республика етәксеһе. Эйе, планетаның һәр мөйөшөндә яңыса йәшәүгә яраҡлашыу бара,яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Был йәһәттән хеҙмәт кешеһенә иғтибар көн үҙәгендә булырға тейеш.
Форумдың көн тәртибе тығыҙ графикта төҙөлгән.Әйткәндәй, пленар өлөштөң модераторы булып билдәле алып барыусы Сергей Брилев сығыш яһаны. Форумда һәр кешегә эш бирмәҫтәр биреүен, әммә артабан хеҙмәт баҙары тирәләй проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп барыу саралары, юлдары эҙләнер, бәлки, табылыр ҙа.