02.02.2019 Мәктәптә үк "права" бирәсәктәр
Мәктәпте тамамлағас бала оло донъяға аяҡ баҫа. Ул юғалып ҡалмаһын өсөн, бигерәк тә ауыл балаһы, үҫмерҙә конкурентлыҡ һәләте тәрбиәләү зарур. Беренсе мәктәп белеме форумында хуплау тапҡан “Үргә ос” масштаблы проекттың апробацияһы өсөн БР Мәғариф министрлығы башланғыс этапта 10-11 мәктәпте һайлап аласаҡ. Тыуған крайҙы, милли традицияларҙы өйрәнеү, милли көрәш менән шөғөлләнеү, робототехника, IT- технологиялар, ғаилә башланғысы кеүек дәрестәрҙе өйрәнеүҙән тыш, “Үргә ос” проектының төп йүнәлештәре былай:
“Сәләмәт йылмайыу” – 800 уҡыусынан ашҡан эре мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу. Ә бәләкәй уҡыу учреждениелары балаларын теш табибына график буйынса йөрөтөү.
“Рулгә ултыр” – мәктәптә үк водитель танытмаһын алыу.
“Спорт менән дуҫ бул” – спорт менән күберәк шөғөлләнеү.
“Шахмат уйна” – баланың аҡыл ҡеүәһен үҫтереү.
“Иркен һөйләш” – грамматикаһы һәм орфографияһынан бигерәк, инглизсә яҡшы аралашыу.
“Дөрөҫ туҡлан” – сәләмәт туҡланыу культураһына өйрәтеү өсөн уҡыусыларға диетик аҙыҡтар менән махсус меню эшкәртеү..
“Бейе” – уҡыусыларға бейеү серҙәрен, бигерәк тә вальсты төшөндөрөү.