02.02.2019 Ауыл уҡытыусыларына — 600 мең һум грант!
“Үргә ос” Беренсе мәктәп белеме форумында Радий Хәбиров ауыл мәктәбен хәстәрләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
—Беҙҙең республика уникаль — беҙҙәге кеүек ауыл мәктәптәре селтәре киң тармаҡланған башҡа төбәкте табыуы ауыр. Төп бурыс — йәштәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү. Шуға күрә, “Ауыл уҡытыусыһы” тигән программаны раҫларға тәҡдим итәм. Быйылғы бюджеттың 60 миллион һумын 600-шәр мең һумдан 100 ауыл уҡытыусыһына тапшырырға кәрәк, тигән фекерем менән уртаҡлашырға теләйем. Был грантҡа ҡушып йорт төҙөү өсөн ер участкаһы ла бүлгән осраҡта, уҡытыусыһыҙ интеккән ауыл мәктәптәренә педагогтарҙы ылыҡтыра алыр инек.
Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?